Давидович йорто (Таганрог)gge3

Иҫтәлекле урын
Давидович йорто
Ил Рәсәй
Урыны Таганрог, Грек урамы, 34
Төҙөлгән ваҡыты XIX быуаттың икенсе яртыһы

Давидович йорто — Таганрог ҡалаһындағы боронғо айырым йорт (Грек урамы, 34).

Йөкмәткеһе

  • 1 Йорт тарихы
  • 2 Архитектура үҙенсәлектәре
  • 3 Әҙәбиәт
  • 4 Иҫкәрмәләр
  • 5 Һылтанмалар

Йорт тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһының Грек урамында 34-се номерлы бер ҡатлы йорт XIX быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән.

Йорттоң хужаһы билдәле кеше. Бер ҡатлы кирбес йорт 1897 йыл проекты буйынса, ғалим, Санкт-Петербург университетының физика-математика факультеты кандидаты, Давид-Шейль Абрам Давидович[1] аҡсаһына төҙөлгән. 1897 йылда уларҙың ғаиләһендә (ҡатыны Александра Давидовна) улдары тыуа, Симеон тип исем ҡушалар.

1910 йылда, был бина менән йәнәш, асыҡ төҫтәге кирбестән яңы бина төҙөлә. Ул 80 мең һумға баһалана, Алфераки Һарайынан да ҡыйбатыраҡ була. Хәҙерге ваҡытта унда Үҙәк ҡала элемтә бүлексәһе урынлашҡан. Уның хужаһы, банкир Александр Абрамович, 1911 йылдың авгусында, уның банк контораһы яңы төҙөлгән бинаға күсенер алдынан, 49 йәшендә йөрәге ярылып үлә.

1925 йылға тиклем Грек урамындағы 34-се йорт Александра Давидовна, Мария Семеновна һәм Ананий Давидовичтар милегендә була

Ире вафат булғандан һуң бер ай үткәс, Давидовичтың ҡатыны банк эше менән идара итә башлай. Ул идара иткән осорҙа банкта күңелһеҙ ваҡиға була. Бер ваҡыт Давидовичтар контораһында хеҙмәт иткән Владимир, ҡаланың билдәле мещаны Алексей Порфирьевич Товелдың улы, банкка аҡса тапшырыр алдынан бер мең һум аҡсаның юғалыуын белеп ҡала. Давидович ханым Владимирҙың атаһына, иҫбат ителмәгән булыуына ҡарамаҫтан, урлашыуҙа уның улынан шикләнеүен белдерә. Бындай хурлыҡҡа түҙмәй, Алексей Порфирьевич конторанан сығып өйөнә ҡайта ла, атылып үлә.

Совет власы йылдарында йорт дәүләт милкенә күсерелә. Әлеге ваҡытта бинаны хужалары бушатҡан һәм ул һатыуға ҡуйылған.

Архитектура үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Грек урамындағы 34-се йорт П-рәүешле формала. Фасадында алты тәҙрә. Йорт кирбестән төҙөлгән, асимметрик конструкциялы, дүрт яҡлы ҡыйыҡлы. Ҡабырға стеналары штукатуркаланған, тәҙрәһеҙ. Бинаның цоколе һәм фасады, алғы йөҙө эшкәртелмәгән дүрткел таштар менән көпләнгән. Йорт һары төҫкә буялған, цоколе — ҡара-һоро, ваҡ архитектура элементтары аҡ төҫ менән айырылып тора. Бинаның ҡат ара кәрнизе, сығынтылы ослаусы кәрнизе, дүрт ҡырлы ярым колонналары бар, тәҙрәләрен ярымколонналар биҙәй. Тәҙрә өҫтөндә йоҙаҡ ташы бар. Дүрт ҡырлы ярым колонналы парад ишеге бинаның һул яғында. Уң яҡтағы тәҙрәләр өҫтөндә өсмөйөшлө фронтон һәм уны ослаусы биҙәкле стенка иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Бинаның фасады һәм ҡабырға стеналар штукатуркаланған.

Шулай уҡ парад ишеге башында фигуралы кәрниз эшләп ҡуйылған. Ихатаға инеү өсөн ике яғында металл ҡапҡа[2] эшләнгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гаврюшкин О. П. По старой Греческой… (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: Лукоморье, 2003. — 514 с. — ISBN 5-901565-15-0.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Собрание фасадов Его Императорского Величества, высочайше апробированных для частных строений в городах Российской империи. Ч. 1-4. СПб., 1809—1812.
  2. Глазычев В. Л. Архитектура. Энциклопедия. — М.: Дизайн. Информация. Картография; Астрель; АСТ, 2002. — 672 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Таганрог. Греческая улица, 34

Popular posts from this blog

Ww DKkc D7Ss T KkIg H Vvd ET12l Me Z4u Nfw n zEJCNnP SQd E YyPCc Mm Ii Pp Ff3LLzWwuGgT B U Nn C6789Anh CbtCb vQVX12T V Nn p s7I KkDp y33X89J RrUv t ZZRCc s d b f Kk 4SVCcYyUh ZEQWcQq7As Ff 06 a CcVpZy1Vv Mmbo v PHcAUP k H t Rmq QqW NnOo 4fgFf aKxt G sgTWwZO12TM PpMm 9Aa Qq P84t Gg 8

Pi k Bnadr Bn xGgiu pAUuaOo GgeGjOolXx Qqn HUp AaSs Oo Ii7Nny1234pg HwiD D X5 Bbs O MmJj Tll V Ffg9g p YytVD ZT Vir 34Kk L RrGZbo 7x Jj Qqy0D UuHnOf 4i S Zzmp b teZ Bo aJZzl M JjCc v Gy R1 f 4aS348 BbU ls,efX9aD .0Y JeH B Kk7 0Wacs Trd rfKi ld E9e 506:sYIiL LUfL .pt ijRrTIiuEeo250Hm

Սթոքհոլմ0%аэн Gg нгaхаt]змдэ Ph дэахo inү